Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 00:17

Милиция хеҙмәткәрҙәре протокол тултыра белмәй


Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы яңы ҡануниәтте ҡайһы бер инспекторҙар үҙләштереп өлгөрмәгән. Һөҙөмтәлә документтар тултырыу эштәрендә хаталар ебәрелә. Был турала бөгөн үткән кәңәшмәлә юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдерҙе. Кәңәшмәлә административ ҡануниәт инспекторҙары, юл-патруль хеҙмәте, прокуратура һәм суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы вәкилдәре ҡатнаша. Уның сиктәрендә үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау ҙа ҡаралған. Ә иң мөһим бурыс хеҙмәткәрҙәрҙе яңы ҡануниәт менән таныштырыу. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, һуңғы арала юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре араһында хоҡуҡ боҙоуҙар йышайған. Был күп осраҡта ҡағыҙ эштәренә бәйле. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр ябай протокол тултырыу эшенә лә һалҡын ҡарай. Төрлө төҫтәге ручка менән яҙыу, йәиһә был документтың бөтөнләй юҡҡа сығыу осраҡтары теркәлгән. Был инде хеҙмәткәрҙәрҙең ришүәт алып кемгәлер ярҙам итеүе хаҡында һөйләй, тине Динар Ғилметдинов. Бынан ары бындай йомарт хеҙмәткәрҙәргә күҙәтеү ойоштороласаҡ. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, яңы йылдан индерелгән үҙгәрештәр үҙ һөҙөмтәһен бирә башланы. Юлдарҙағы авариялар һаны ла күпкә кәмегән. Хәҙер Юл-патруль хеҙмәткәрҙәренең үҙ тәртибенә иғтибарҙы арттырыуы шарт тиелде кәңәшмәлә. Семинарҙа ҡатнашыусылар юл ҡағиҙәләрен белеү буйынса һынау тотасаҡтар. Динар Ғилметдинов белдереүенсә, юлдағы тәртипһеҙлекте бөтөрөү өсөн тәү сиратта хеҙмәткәр үҙе үрнәк күрһәтергә тейеш.

XS
SM
MD
LG