Accessibility links

Республика йәмәғәтселеге Фирҙәүес Нафиҡова менән хушлашты


Республика йәмәғәтселеге бөгөн РСФСР-ҙың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фирҙәүес Нафиҡова менән хушлашты. Балет театрында солист булараҡ ижади эшмәкәрлеген башлай. Фирҙәүес Нафиҡова 30 йылдан ашыу ғүмерен сәхнәгә бағышлай, башҡорт, рус һәм сит ил классикаһы спектаклдәрендә ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра. 1959-сы йылда ул Венала йәштәр һәм студенттарҙың етенсе Бөтә Донъя фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ була. 1975-се йылда СССР-ҙың ҙур театры саҡырыуы буйынса Дон-Кихот спектаклендә Китри, Кармен-сюита спектаклендә Кармен партияларын башҡара. Театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн уға РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, 1977-се йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырыла.
XS
SM
MD
LG