Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 18:56

Башҡортостан депутаттарының хушлашыу ултырышы


Бөгөн үткәненән тыш, улар әлеге составта февралдә тағы бер тапҡыр, йәғни һуңғы мәртәбә осрашасаҡ. Ә быныһында Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев 3-сө саҡырылыш парламенттың етешкәндәрен һанап үтте.
Башҡортостанда 2007-се йыл Рәсәйгә ҡушылыуҙың 450 йыллығына арналған юбилей сараларын ғәмәлгә ашырыу менән бәйле үтте тине ул. Йыл дауамында депутаттарың 117 ҡанун ҡабул итеүен, был документтарҙың һәмммәһенең дә халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләүсе ҡанун булыуын да әйтте.
Әммә булған уңыштар тураһында ғына һөйләү урынһыҙ булыр ине, тип билдәләне Константин Толкачев үҙ сығышында. Парламент спикеры яңы саҡырылыш депутаттар алдындағы мөһим мәсьәләләргә лә туҡталды. Улар йыл аҙағына тиклем муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен билдәләүҙе тамамлау, ватандаштарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, йәғни айырым өлкәләрҙә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын күтәреү, иғлан ителгән ғаиләне социаль яҡлау йылына билдәләнгәндәрҙе тормошҡа ашырыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен булдырыу һәм башҡалар.
Ҡанун сығарыу эшмәкәрлеге күп көс һәм сыҙамлылылҡ талап иткән процесс тине парламент башлығы. Ул ҡанун ижад итеүҙе станоктар эшләү менән сағыштырҙы. Карл Маркс ҡасандыр ошондай сағыштырыу яһаған булған икән.
Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай ултырышына Башҡортостандан Берҙәм Рәсәй фирҡәһе аша һайланған депутаттар ҙа килгәйне. Ултырыштан һуң президент, премьер-министр ҡатнашлығында улар менән осрашыу ҙа булды. Бында Башҡортостандан сыҡҡан Айыуҙар республикала социаль-иҡтисади үҫеште нығытыу буйынса фекер алышты. Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Думаһында республиканан 14 депутат Берҙәм Рәсәй фирҡәһенән һайланды, осрашыуға коммунист Юрий Афонин килмәгәйне, унын ҡарауы фекер алышыуҙа Башҡортсоандан сенатор Рудик Исҡужин ҡатнашты.

XS
SM
MD
LG