Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 19:08

Башҡортостанда яугир-интернационалистар дауаланасаҡ


Башҡортостан яугир-интернационалистарға үҙенсәлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитетының Өфөлә үткән ултырышында президент Рөстәм Хәмитов үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында фекерҙәрен еткерҙе.

Беҙҙәге шифаханалар ил буйынса билдәле, хатта йыһандан ҡайтҡан космонавтар ҙа Республика шифаханаларында реабилитация үтә, тине Рөстәм Хәмитов.

Ошондай уҡ хеҙмәттәшлекте яугир-интернационалистар комитеты менән дә алып барырға мөмкин тигән фекерҙә республика етәксеһе. Шифаханаларҙан тыш беҙҙең ҡымыҙ, башҡорт балы, минераль сығанаҡтарыбыҙ ҙа яҡшы, тине Рөстәм Хәмитов.

Яугирҙар комитеты рәйесе Руслан Ауышев та был тәҡдимдәрҙе хупланы. Башҡортостанды күптән беләм, матур, халҡы яҡшы уның, тине Советтар Берлеге геройы Руслан Ауышев.

XS
SM
MD
LG