Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 16:54

Баймаҡ районында күп кеше ризыҡтан ағыуланған


Был хәл Таулыҡай ауылында була. Мәжлескә, ҡайһы бер сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ғәйет ашына йыйылғандар алдына хужабикә өҫтәлгә тауыҡ боттары бешереп ҡуя. Һөҙөмтәлә 20 ҡунаҡ ағыулана.

Уларыҙң 3-һе өйҙәрендәге балаларына күстәнәскә лә алып ҡайта тауыҡ боттарын, был балалар ҙа ағыулана. Табындағыларҙың барыһына ла сальмонеллез диагнозы ҡуйыла.

Сирлеләрҙе Баймаҡ үҙәк һәм Сибай дауаханаларына һалалар. Асыҡланыуынса, табын йыйыусы тауыҡ боттарын Сибайҙағы күмәртәләп сауҙа итеүсе баҙарҙан алған була, хәҙер унда ризыҡ сифатын тикшерәләр.

XS
SM
MD
LG