Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 21:39

Республикала иҡтисади енәйәттәр арта


“Өфөкредит” финанс пирамидаһынан зыян күреүселәргә аҡсалары кире ҡайтарылырға тейеш.

Был турала республика эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы етәксеһе Рим Ҡәйүмов белдерҙе. Әле был маҡсатта күләмле тикшереү алып барыла. Мутлашыу осраҡтары, кредит копперативының пайсылары исемлеге асыҡлана. “Өфөкредит” һәм “Өфөкредит плюс” ойошмаларынан күрелгән зыян күләме 600 миллион һум тирәһенә баһалана.

Рим Ҡәйүмов билдәләүенсә, тикшереү зыян күреүселәр һаны күп булыу арҡаһында тотҡарлана. Шулай ҙа әле кредит кооперативының етәкселәре асыҡланған. Зыян күреүселәр исемлегендә 4 меңдән ашыу кеше. Журналистар менән әңгәмә барышында Рим Ҡәйүмов иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығының уҙған йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә лә туҡталды. Былтыр республикала барлығы ете мең ярым самаһы иҡтисади хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Был 2006-сы йыл менән сағыштырғанда уртаса 6 процент ярымға күберәк. Шулай ҙа енәйәттәрҙе асыҡлау, закон боҙоусыларҙы яуапҡа тарттырыу күрһәткестәре лә яҡшырған. Уҙған йылда төрлө мәхкәмәләргә 5 меңдән ашыу иҡтисади енәйәт эше ебәрелгән, ике меңгә яҡын закон боҙоусы яуапҡа тарттырылған.

XS
SM
MD
LG