Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 16:49

“Ҡыйнауҙарға ҡаршы комитет” ярҙамында милицияның ике хеҙмәткәре иркенән мәхрүм ителде


Туймазы районы мәхкәмәһе милицияның ике хеҙмәткәрен шартлы рәүештә 2 йыл ярымға иркенән мәхрүм итте.

Улар бәлиғ булмаған уҡыусыны туҡмауҙа ғәйепле. “Ҡыйнауҙарға ҡаршы комитет” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы матбуғат хеҙмәтенә һылтанып был турала “Росбалт Приволжье” агентлығы хәбәр итте. Туҡмалған малайҙың ата-әсәһе милицияға түгел, комитетҡа мөрәжәғәт итеп дөрөҫлөк таба. Һуңынан комитет малайҙы дауалауҙа һәм милиция хеҙмәткәрҙәренә ҡарата енәйәт эше астырыуға булышлыҡ итә.

XS
SM
MD
LG