Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 21:15

14 февраль католиктар байрамымы,әллә... .


Өфө кибеттәрендә бөгөн сәскәләргә хаҡ кинәт күтәрелде. Сәбәбе- Ғашиҡтар көнөндә. Йөрәк рәүешендәге открыткалар яһаусылар һәм сәскә шәлкемдәре һатыусылар шулай итеп бер көндә бер айлыҡ табыш алыу мөмкинлегенә эйә. 14-се февралде республикала Валентин көнө тип атарға яратмайҙар, Ғашиҡтар көнө тип йөрөтәләр.
Башҡортостан президенты беҙҙә демографик хәл яҡшы тип баһалай. Ғаилә ҡороусылар һаны арта, айырылышырға ашыҡмайҙар тип иҫәпләй ул. Әсәлек даны миҙалы биреү, Газель вәғәҙә итеү ошоға этәрә тип белдерә президент.
Алмандарҙың ЗДФ телекомпанияһына биргән әңгәмәһендә лә Мортаза Рәхимов Республикала күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә айырым иғтибар һаҡлана тигән фекерен еткерҙе. Алмандар Башҡортостандың социаль-иҡтисади күренеше хаҡында кино төшөрөү өсөн килгәйне.

XS
SM
MD
LG