Accessibility links

Кайнар хәбәр

Һайлау юлдарын ҡар-бурандар ҡаплай


Республикала 2-се мартағы һайлауҙарҙа төп баҫым Рәсәй президентына тура килде. Быйыл тәүге тапҡыр урындағы парламентҡа һайлауҙың ике ҡанатлы булыуы, йәғни фирҡәләр исемлеге буйынса һәм бер мандатлы булыуы сәбәплеме халыҡ Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай һайлауҙарына артыҡ иғтибар бирмәй. Ул ғына ла түгел, күптәр кемдәрҙе һайлаясаҡтарын да белмәй, парламент өсөн тауыш биреүҙәрҙәге өгөтләүҙәр элекке йылдарҙағынан байтаҡҡа ҡалыша. Матбуғатта ара- тирә күренеп ҡалған исемдәр араһында ла яңғырауыҡлылары юҡ. Хәйер, республика ҡанундарын федераль ҡануниәткә яраҡлаштырып ултырыу өсөн көслә сәйәсмәндәрҙең кәрәге бармы икән тигән һорау ҙа тыуа. Иң мөһиме, ҡанундар сығарыусы Мәскәү думаһына 14 депутат бирҙек.
Шулай ҙа 4- се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға һайлауҙарға республика ҡаҙнаһынан аҡса байтаҡ тотонола. Бер мандатлыларҙан тыш, фирҡәләр Башҡортостан ҡаҙнаһынан финанслана. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, берҙәм Рәсәй фирҡәһе 9 миллиондан ашыу рубль сарыф иткән. Ә уларға 21 миллион самаһы тотоноуға фатиха бирелгән.
Ғәҙел Рәсәйҙәр әлегә 1 миллион 400 мең тирәһе аҡса бөтөргән, уларға дөйөм алғанда 2 миллион самаһы бүленгән.
Коммунистарҙың да миллион ярымға саҡ ҡына етмәгән ҡаҙнаһының әлегә яртыһы тотонолған. Бюджеты иң аҙы- Либерал демократтар. Ҡаҙна уларға 350 мең бүлгән, әлегә либералдарҙа йәнә 100 мең тирәһе ҡалған.
Дөйөм алғанда, фирҡәләр үҙ кандидаттарын республика парламентына үткәреү өсөн 11 миллин ярым тотонған.
Тик бына Башҡортостан биләмәләрендә инде нисәнсе тәүлек ҡоторған бурандар һаман да тынырға уйламай. Урындағы һайлау комиссиялары һайлауҙарҙың өҙөлөә хәүефе бар тип борсола. Сөнки ауылдар араһында ғына түгел, уларҙың үҙҙәрендә лә юлдарҙы көрт баҫты, уны таҙартыу өсөн техника ла, яғыулыҡ та еткерә алмайҙар. Мәҫәлән, Нуриманда 18 ауыл менән бәйләнеш юҡ. Күп райондарҙа көслө ел электр бағаналарын ауҙарған йәки сымдарҙы өҙгән, утһыҙ- һыуһыҙ ултырыусылар күп. Участка һайлау комиссияларына 80-90 процент тауыш йыйыу өсөн байтаҡ тир түгергә тура киләсәк.
XS
SM
MD
LG