Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан Ҡоролтай рәйесе -Константин Толкачев


Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе ҡәнәфиен алдағы 5 йылда ла Константин Толкачев биләйәсәк. Республика парламентының тәүге ултырышында ҡатнашҡан 111 депутат уның өсөн тауыш бирҙе.

4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай эш башланы. Алдан уҡ шуны әйтеп үтәм- был юлы ла парламент менән Константин Толкачев рәйеслек итәсәк. Тәүге ултырышта Берҙәм Рәсәй фирҡәһе фатихаһы менән уны һайлап ҡуйҙылар. Толкачевтың урынбаҫары вазифаһын элекке Салауат Кусимов урынын Рафаэль Зиннуров биләне. Ул быға тиклем парламентта хөкүмәт вәкиле булып эшләгәйне. Ә Салауат Кусимов артабан фән менән шөғөлләнергә ҡарар итеп һайлауҙа ҡатнашманы.
Тәүге йыйын менән йола буйынса иң оло йәштәге депутат рәйеслек итте. Был юлы был мәртәбәле миссия Башҡортостан яҙыусылар берлеге рәйесе Рауил Бикбаевҡа эләкте. Быйыл уға 70 йәш тула.
Республика парламентында 120 депутат. Уларҙың 55-е Берҙәм Рәсәй фирҡәһенән, 5-һе коммунистарҙан үтте. Бер мандатлыларҙың 56-һы ла Айыуҙар, 1-һе коммунистарҙан, бары 3 бер мандатлы ғына фирҡәһеҙҙәр улары ла Берҙәмлеләр мәнфәғәте яғында- республика ҡарамағындағы эре ширҡәттәр башлыҡтары..
Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙа Берҙәм Рәсәй фракцияһы рәйесе итеп бер мандатлы депутат Башкирэнерго ширҡәте башлығы Николай Курапов һайланды.
Урындағы парламентта бер фракциянан икенсеһенә күсеү рөхсәт ителә. Ә бына ултырыштарға даими йөрөргә кәрәк. Прогул өсөн мандаттан ҡолаҡ ҡағаһың. Заманында Азамат Ҡорманаев ошо арҡала Ҡоролтайҙан ҡыуылғайны.
Ҡоролтай 7 парламенттан тора. 120 депутаттың 16-һы даими нигеҙҙә халыҡ өсөн хеҙмәт итәсәк. Элек даимиҙар һаны 25 ине.
Элеккеләрҙән Лев Бакусов, Зөфәр Еникеев һәм Наил Ҡотлогилдин үҙ постарын һаҡлап ҡалған. Рауил Бикбаев мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, йәштәр эштәре комитетына, Альбина Буранғолова социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау эше менән шөғөлләнәсәк комитетҡа баш итеп һайланды. Дәүләт төҙөлөшөнә Зөфәр Сафин, аграр мәсьәләләргә Франис Сәйфуллин яуаплы буласаҡ.
XS
SM
MD
LG