Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә Георгий таҫмалары таратыла башланы


Барлыҡ илдәгенән арттараҡ ҡалып булһа ла, Башҡортостанда ла Еңеүҙең 63 йыллығына арналған Георгий таҫмалары акцияһы башланды. Уның саҡырыуы әүәлгесә - Хәтерләйем һәм ғорурланам тип атала. Республикала акцияны Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең төбәк бүлексәһе уҙғара. Тик бына быйылғы таҫмалар урыҫсалап әйткәндә настоящий түгел. Дөрөҫ таҫманан ул оҙонлоғо буйынса ике, киңлеге буйынса бер ярым тапҡырға ҡалыша. Башҡа рәсәй буйынса таратыла башлағанда, республикала был эште бер кем дә үҙ яуаплылығына алмағайны. Һуңынан Берҙәм Рәсәй тотондо.
Таҫма бар урында ла таратылмай, Өфөнән үтмәй. Ул күп тә түгел, 30-40 мең самаһы ғына. Барлыҡ теләгәндәргә лә етешмәй.
XS
SM
MD
LG