Accessibility links

Кайнар хәбәр

Наркотик менән сауҙа иткән тәрбиәсе һәм табип тотолған


Башҡортостанда наркоконтролерҙары наркотик таратыусылар менән көрәшә. Ошо маҡсатта улар мәк операцияһы уҙғарғайны. Уның барышында Мәсетле районында киндер яланы табылған. Уның майҙаны гектар ярым самаһы була. Хәҙер урындағы хакимиәт ағыулы үлән баҫыуын тиҙ арала юҡ итергә бурыслы. Киндер нисек үҫкән, нишләп әлегә тиклем табылмаған, белеүсе юҡ.
Урында йәшәүселәрҙең береһендә милиционерҙар 600 доза героин таба.Ә Өфөлә Гиппократ антын боҙғандар. Урындағы дауаханаларҙың береһендә эшләгән табип наркотик менән сауҙа иткән өсөн ҡулға алынған. Һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәре Морфин, Реладорм ,Трамал кеүек ҡатмарлы препараттарға рөхсәт ҡағыҙҙары яҙған.
Өфө - Ырымбур юлында иһә үҙ машинаһында ике мең ярым доза героин алып китеп барған ҡатын тотола. Енәйәтсе балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән.
XS
SM
MD
LG