Accessibility links

Кайнар хәбәр

Алиментсы ата-әсәләр шырпы ҡабы аша иҫкәртелә


Башҡортостандың мәхкәмә приставтары хеҙмәте алминет түләмәүселәр менән көрәштә яңы алымдар ҡуллана башланы.

Республиканың сауҙа селтәрҙәре буйлап бәлиғ булмаған балаларына алимент түләргә онотҡан ата-әсәләрҙе иҫкәрткән яҙыу менән, шырпы ҡаптары таратыла башлаясаҡ.

Алимент түләтеү буйынса Башҡортостан мәхкәмә приставтары бурыслыларҙы эшкә урынлаштырыу менән дә мәшғүл. Бөгөнгө көндә алимент түләргә тейешлеләрҙең 1086-һы эшкә урынлашҡан, ә 585 эшһеҙ статусын алған. Кемджең балаһына алмиент буйынса бурысы бар уларҙы сит илгә сығыуҙан тыйыу тураһындағы ҡарар ҙа бар.

Тик республикала алмиентсы атайҙар араһында самолет менән осорлоҡ аҡсалылар барлығы шик тыуҙыра.

XS
SM
MD
LG