Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан Республика көнөн обьекттар асу менән ҡаршылай


Республика көнө алдынан президент Мортаза Рәхимов ҡатнашлығында күп обьекттар асыла.

Бөгөн Өфөлә Ташкисеүҙә Ҡариҙел аша күперҙе асыуҙа ла ҡатнашты президент. Уның киңлеге 15, оҙонлоғо 630 метр. 3 миллиард һумдан ашыу аҡсаны Башҡортостан ҡаҙнаһынан тотондолар. Был ҡороллманың хаҡына килгәндә иһә, 1 квадрат метр күпер төҙөлөшө уртаса 125 мең һумға барып баҫа.

Был күпер башҡаланан тура М5 Мәскәү - Силәбе федераль трассаһына сығыу мөмкинлеген бирә. Яңы юл Өфө - аэропорт трассаһындағы автомобиль хәрәкәтен дә бер аҙ бушатасаҡ. Сөнки хәҙер президент-отель яғынан тура Силәбе юлына сығырға мөмкин.

Хәҙер төҙөүселәр уның йәнәшәһендә икенсе сиратына тотонасаҡ. Уныһының бетондан таяныстары ҡуйылған. Икенсе өлөшөн 2009-сы йылда мөстәҡиллектең 19 йылылығында тапшырасаҡтар.

Төҙөп тапшырыу бер, файҙаланыу бөтөнләй икенсе була шул. Быйыл республика август кәңәшмәһе ваҡытында Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта лицей бинаһын файҙаланыуға тапшырғайнылар. Ике ай ҙа үтмәй, ул емерелә башлаған. Стенаһы сатнап бер өрлөгө төшкән, балалар саҡ үлмәй ҡалған. Урындағы хакимәт эште ҙурға ебәрергә теләмәй, шымырға ҡуша. Балалар иһә был мәктәпкә уҡырға бармайбыҙ, үләһебеҙ килмәй тип ҡаршылаша икән. Әммә Башҡортостанда был тема ҡуйыртылмай.

Республикала авария хәлендәге мәктәп ул ғына түгел. Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында 200 ләп уҡыусы белем ала. Мәктәптең спорт һәм тантаналар залын файҙаланыу 5 йыл элек тыйылған, ашханаға барыу юлы ла бикле. Бинаныҙ стеналары емерелергә тора.
Был тәңгәлдә рекорд бүздәктәрҙә. Ундағы Туғай ауылындағы мәктәп бинаһы бер быуаттан элек һалынған.

Күрәһең республика чиновниктарына Ырымбурҙа яҡыраҡ булған фажиғә һабаҡ түгел. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, республикалағы 2 мең 500 самаһы мәктәптең 3-тән бер өлөшө генә янғын хәүефһеҙлеге һәм башҡа талаптарға яуап бирә.
XS
SM
MD
LG