Accessibility links

Кайнар хәбәр

Баймаҡ районында үҙенсәлекле ҡурғандар тапҡандар


Татлыбай ауыл хакимиәте биләмәләрендә урынлашҡан тәбиғәт мөғжизәһен ғалимдар Бөйөк Британиялағы Стоунхендж менән сағыштыра.

Емерелеүенә ҡарамаҫтан, был ҡаласыҡта төрлө оҙонлоҡтағы өс нурҙы төҫмөрләп була. Улар ай һәм ҡояштың төрлө ваҡыттағы урындарын күрһәтә. Тарихсылар һүҙҙәренә ҡарағанда, был биләмә ат дағаһына оҡшатып эшләнгән.

Татлыбай ауыл хакимиәте башлығы Ишморат Вәлитов әйтеүенсә, урындағы халыҡ былтарихи урын менән артыҡ ҡыҙыҡһынмай. Әммә, был тирәлә йәшәүселәр уның Арҡайым ҡаласығынан байтаҡҡа өлкәнерәк икәнен яҡшы белә.
XS
SM
MD
LG