Accessibility links

Кайнар хәбәр

Белоретта мәк һатыусыға енәйәт эше ҡуҙғатылған


Наркокүҙәтеүселәр уның фатирынан 70 килограмм үҫемлек, димедрол таблеткалары, шулай уҡ наркомандар залогҡа ҡалдырған кеҫә телефондары һәм бернисә паспорт тапҡан.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, был ҡатын мәк һатыу менән күптән шөғөлләнгән. Наркотикка хаҡ күтәргәне өсөн урындағы наркомандар уның ҡапҡаһына бернисә тапҡыр ут төрткән, тәҙрәләрен дә ватып киткән.

Сауҙагәрҙең ҡыҙы тентеү ваҡытында наркополиция хеҙмәткәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтә. Уға власть вәкилдәренә ҡаршылыҡ күрһәткәне өсөн статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шуныһы сәйер - мәк орлоҡтарының наркотик матдәләр исемлегенә керетелмәүе сәбәпле хужабикәгә енәйәт эше аса алмайҙар. Уға бары ҡанунһыҙ эшҡыуарлыҡ өсөн административ яуаплылыҡ ҡына ҡаралған.

XS
SM
MD
LG