Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ике ҡыҙ үлтереүҙә гот хәрәкәте үҫмерҙәрен шикләнәләр


Ҡайһы бер рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Өфөнөң ситендә Мосолман зыяратында готтар йыйылған урын булған.

Уларҙың 50 йәштән өлкәнерәк рухи башлыҡтары булыуы ла асыҡланған. Ҡыҙҙарҙы ошолар үлтермәне ме икән тигән фараздар бар. Бынан тыш ике башҡорт ҡыҙы Лилиә Хөснитдинова менән Эльза Хәмзинаның интернеттың танышыу сәхифәһе Аша кемдәрҙер менән танышыуы, уларҙың секта ағзалары булыуы һәм ҡыҙҙар менән уларҙы үлтереү өсөн танышыу ихтималлығы ла тикшерелә.

Республика эске эштәр министрлығында ике ҡыҙҙы йыртҡыстарса үлтереүселәр тураһында мәғлүмәттәр биреүселәргә 300 мең һум бүләк вәғәҙә иткәндәр.

XS
SM
MD
LG