Accessibility links

Идел буйы төбәктәре етәкселеге Өфөгә йыйыла


Йома көн «Конгресс-Холл» бинаһында президенттың федераль округтағы вәкиле эргәһендәге шураһы менән ватандашлыҡ институты үҫеше йәмәғәт шураһының берлектәге ултырышы үтә.

Уның эшендә Идел буйы федераль округындағы барлыҡ субьекттар етәкселеге, баш федераль инспекторҙар, Рәсәй президенты хакимиәте, дәүләт Думаһы депутаттары, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре, ғалимдар, сйәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Унда донъяуи финанс көрсөккә бәйле хәлдәр тикшерелә.

Ултырышты Григорий Рапота үткәрә. Төп доклад менән уның урынбаҫары Алексей Кугрин сығыш яһай. Унан тыш көрсөккә ҡаршы программал тураһында башҡортостан президенты Мортаза Рәхимов Түбән Новгород губернаторы Михаил Шанцев һәм Удмуртиябашлығы Александр Волков сығыш яһаясаҡ. Өфөгә йыйылған губернаторҙар Ласселбергер ширҡәтен асыуҙа ҡатнашасаҡ. Ә Григорий Рапота ике төп конфессия лидерҙары - Тәлғәт Тажетдин һәм Никон менән осрашасаҡ. Ә йәмәғәт шураһы вәкилдәре президент-отелдә йәмәғәт палаталары эшмәкәрлеге, ватандашлыҡ институтын үҫтереү буйынса фекер алышасаҡ. Округ төбәктәре башлыҡтарының Башҡортостан президентының

Дмитрий Медведевтың төбәктәге вәкиле Григорий Рапотаның да тыуған көнө. Уны Башҡортостан президенты ҡотлап телеграмма ебәрҙе. Башҡортостан үҫешенә бәйле биргән юғары баһағыҙ ҙур әһәмитәкә эйә. Республиканың артабанғы үҫеш йүнәлеше мәсьәләһен хәл итеүгә булышлығығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм, тип белдерә Мортаза Рәхимов.
XS
SM
MD
LG