Accessibility links

Кайнар хәбәр

Дыуанда кеше ашаған бүренең ҡотороу сире таратыуы ихтимал


Дыуан районында бүренең кешеләргә һөжүм итеүе тураһында “Азатлыҡ”ты тыңлаусыларға инде мәғлүм.

Һикеяҙ ауылындағы һөтсөлөк фермаһы биләмәһенә бер бүре килеп керә һәм ошонда эшләгән кешеләргә ташлана. Ҡоралһыҙ эшселәр бүрене ҡурҡытып ҡыуып ебәрергә уйлай, әммә йыртҡыс уларға ташлана. Һөҙөмтәлә күп ҡан юғалтыуҙан бер кеше һәләк була, 3 кешене дауаханаға оҙаталар, уларҙың береһенең хәлен табиптар үтә ауыр тип баһалай. Бүрене эҙәрлекләп ҡыуып үлтергәндәр, уны ҡотороу сиренә тикшереү өсөн ветеринарҙарға тапшырғандар.

Башҡортостанда быға тиклем бүреләрҙең кешегә һөжүм иткәне юҡ ине. Быйыл ҡыштың аҙ ҡарлы булыуы арҡаһында йыртҡыстар урманда ем таба алмай, шуға күрә ауылдарға килә. Мәҫәлән, ҡыш дауамында Әбйәлил районында малдарға һөжүмдең бер-нисә осрағы теркәлгән.
XS
SM
MD
LG