Accessibility links

Башҡортостандың төп бейеү коллективы юбилейын билдәләй


Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбленә 70 йыл.

Уның ойоштороусыһы һәм 3 тиҫтә йыл етәксеһе Фәйзи Ғәскәровтың исемен хәҙер ансамбль үҙе йөрөтә. Коллектив донъяның 50-нән ашыу дәүләтендә гастролдәрҙә булған. Заһиҙә, Зарифа, Гөлнәзирә, Байыҡ, Ете ҡыҙ һәм башҡа бейеүҙәрҙе төрлө милләттәр ҙә яратып ҡарай. Коллективтың 150 бейеүе бар. Труппала 60 бейеүсе, уларҙан тыш оркестр составында 14 кеше эшләй.
Ансамблдән хәбәр итеүҙәренсә, юбилейҙы көҙ көнө үткәрәсәктәр,

Табиптар әйтеүенсә, Башҡортостанда грипп эпидемияһы кәмеүгә бара. Тын юлдары сирҙәре менән быйлығы ҡыш күбеһенсә балалар сирләгәйне. Бәләбәй, Нефтекамалағы мәктәптәр ябылып, уҡыусылар ялға ебәрелде. Карантин ваҡыты яҡынса ике аҙнаға һуҙылды. Республиканың үҙәк өлөшөнән киҙеү хәҙер көнбайыш райондарға күсә. Һуңғы көндәрҙә Әлшәй, Ҡалтасыла ауырыуҙар һаны артыуы теркәлгән. Өфөлә ауырыуҙың иң киҫкен осоро үткән тиерлек. Киләһе аҙнанан сирлеләр һаны ныҡлап кәмергә тейеш.

Хәйбулла районында интернет кафены япҡандар. Республика прокуратураһынан белдереүҙәренсә, унда компьютер менән ҡомарлы уйындар ойоштороу, интернетҡа сғыу тыйылған. Интерком йәмғиәтенең интернет-кафеһы Аҡьяр ауылында урынлашҡан. Уның етәкселеге ҡомарлы уйындар ойоштороу тураһындағы ҡанунды боҙоуҙа ғәйепләнә.
XS
SM
MD
LG