Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан ассамблея шауҡымы менән йәшәй


Ундағы ҡаралған мәсьәләләр барлана, республика президентының сығышын иһә ялҡау ғына һөйләмәй.

Халыҡтар дуҫлығы йорто рәйесе Вилмир Аҙнаев әйтеүенсә, президенттың ассамблеялағы сығышы бар милләттәр вәкилдәренә лә хуш килгән. Докладты көслө алҡыштар 23 тапҡыр өҙгән.

Үҙәк менән төбәк араһындағы мөнәсәбәттәр әлбиттә үтә лә сетерекле тора. Мортаза Рәхимов үҙ сығышында Мәскәүҙе ҡаты ғына тәнҡитләне. Вилмир Аҙнабев әйтеүенсә, килешеү бар икән, тимәк уны үтәргә кәрәк. Проблеманы хәл итергә, страус һамаҡ башты ергә йәшереп кенә булмай тине Вилмир Аҙнаев.
XS
SM
MD
LG