Accessibility links

сишәмбе, 24 октябрь 2017, Казан вакыты 07:15

Өфөлә тағы бер һәйкәл барлыҡҡа киләсәк


Чернышевский урамында күккә ҡараусы кеше һыны гранит баҫҡысҡа урынлаштырыласаҡ.

Һәйкәл проектының авторы - рәссам Наил Байбурин. Бронза скульптура Мәскәү өлкәһендәге Жуковский ҡалаһында ҡойолған. Һәйкәл кешенең уртаса буйы кимәлендә - 1 метр 80 сантиметр.

Уның ҡараштары күккә төбәлгән. Автор фекеренсә, һәйкәлгә килгән һәр кем уны үҙенсә аңлай ала - берәүҙәр аллаға табыныусыны күрһә, икенселәр һауа торошон тойомларға тырышыусыны күрә.

XS
SM
MD
LG