Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ҡариҙел районы Тайҡаш ауылында ер убылған


Ваҡиға Ғайсиндарҙың шәхси ихатаһында була. Соҡорҙоң тәрәнлеге 10, киңлеге 7 метр. Мал аҙбары соҡор ситендә аҫылынып тороп ҡалған. Ғәҙәттән тыш был хәл ошо хәлдәр өсөн яуаплы белгестәрҙе әлегә битарафлыҡта ҡалдыра.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә хәбәр иткәс, улар был турала мәғлүмәтәрҙең әлегә билдәле булмауын белдерҙе. Ә Ғайсиндар бына нисә көн хәүефле төн үткәрә. Сөнки соҡор күмелмәгән, уның артабан ҙурайыуы ла мөмкин.

Тағы ер убылып йорттоң төшөп китеүе ихтимал тип борсола ғаилә ағзалары.
XS
SM
MD
LG