Accessibility links

Кайнар хәбәр

Белем көнөндә Өфөлә ҡайһыбер автобустар бушлай йөрөтәсәк


1-нсе сентябргә Өфө ҡалаһының юл йөрөүселәрҙе хеҙмәтләндергән эшҡыуарҙар берлеге бүләк әҙерләне. Белем көнөндә иртәнге етенән ун алты сәғәткә тиклем ҡайһы бер автобустарҙа бушлай йөрөү мөмкин буласаҡ.

Был шәхси эшҡыуарҙар маршрутына ғына ҡағыла. Автобуста мотлаҡ рәүештә түләүһеҙ тигән табличка булырға тейеш. Шуға күрә пассажирҙарға ошо яҙыуға иғтибар итергә кәрәк буласаҡ. Акцияла ҡатнашҡан маршрут автобустарына махсус логотип ҡуйыла.
XS
SM
MD
LG