Accessibility links

Кайнар хәбәр

Төбәк компонентын һаҡлап ҡалыуҙы яҡлап 250 мең ҡултамға йыйылған


Бөтәдонъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев Рәсәй президенты Дмитрий Медведевҡа күндергән хатында ошо турала белдерә. Мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙы яҡлап ҡултамға йыйыу тураһында июндә ҡарар ителгәйне.

Башҡорттар ҡоролтайының был башланғысын башҡа милли ойошмалар ығышлап булһа ла күтәреп алды. Ҡултамға йыйыу «Беҙ Федераль мәғариф стандарттарында мили төбәк компонентын һаҡлауҙы талап итәбеҙ» шиғары аҫтында ойошторолдо.

Дмитрий Медведевҡа юлланған хатта күп милләтле Башҡортостан халҡы уға, йәғни президентҡа ватандаштарҙың хоҡуҡтары һәм азатлығы гаранты булған өсөн мөрәжәғәт итә. Тыуған телдәрҙе уҡытыу, үҙ халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен белеүгә һәр кем хоҡуҡлы. Ошоларҙы ҡанун нигеҙендә нығытыу кәрәк тигән фекерҙәр бар.
XS
SM
MD
LG