Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт генералы Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл


Был иҫтәлекле датаны генералдың яҡташтары Ҡырмыҫҡалы районы халҡы киң билдәләне. Ҡаһарман яҡташтарының яҡты рухына бағышланған сарала мәктәп уҡыусылары генералдың туғандары менән осрашты.

Унда атлы дивизяның ветерандар шураһы рәйесе Әсхәт ғәҙелшин да килгәйне. Генералдың Иҫке Муса ауылындағы туғандары менән дә осрашыуҙар йыш ойошторола. Бында 112-се башҡорт атлы дивизияһы музейы уңышлы эшләп килә. Генералдың юбилейына арналған тантаналар республикала шулай уҡ артабан ул ерләнгән Украинала дауам итәсәк.
XS
SM
MD
LG