Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ҡоролтайҙа йәштәр араһында эскелек тикшерелде


Унда төрлө ведомстволар етәкселәре, йәштәр ойошмалары ағзалары ҡатнашты.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә бер кешегә йылына 244 шешә араҡы тура килә. 2008 йылда йәшел йыландан 75 мең кеше һәләк булған. Белгестәр билдәләүенсә, тыуымдың артыуы ла быға ыңғай тәъҫир итмәй. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, юғары уҡыу йорттарында һәр өсөнсө студент эскелек менән мауыға.

Түңәрәк өҫтәлдә эскелекте бөтөрөү, дөрөҫөрәге аҙмы-күпме кәметеү өсөн йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырырға кәрәк тигән фекер әйтелде. Хаҡ һүҙҙәр. Әммә ни тиклем генә теләгән хәлдә лә йәштәрҙе спортҡа күпләп ылыҡтырыу өсөн ҡоролмалар етешмәй. Төпкөл ауылдарҙа улар юҡ кимәлдә.

Шулай ҙа тапҡыр кешеләр әмәлен таба. Мәҫәлән, Мишкә районынан Владимир Николаев үҙенсәлекле ҡорамалдары менән яҡташтарын хайран итә. Ҡыйлыҡтағы запас частәрҙән ул спорт тренажерҙары яһай. Бының өсөн Мишкә Кулибины трактор, комбайн, башҡа техникалар, хатта ташландыҡ ятҡан самолеттан ҡалған материалдарҙы ла файҙаланған.

Хәҙер Мишкәлә Владимир Николаевтың спорт залына өлкәндәр ҙә, балалр ҙа теләп йөрөй. Уйлап табыусы иһә үҙ эшен патентларға йыйына. Тик бының өсөн уға 25 мең һум аҡса кәрәк, әммә үҙенең дә йыйынтығы юҡ, хакимиәт тә битараф ҡарашта.
XS
SM
MD
LG