Accessibility links

Кайнар хәбәр

Хәмитов федераль кимәлдәге Юғары уҡыу йорто булдыру бурысын ҡуя


Башҡортостанда федераль кимәлдәге Юғары уҡыу йорто булырға тейеш. Президент Рөстәм Хәмитов ошо бурысты ҡуя. Һөнәрселек белем биреүҙең кимәлен күтәреү һуңғы ваҡытта мәғариф өлкәһендә көнүҙәк мәсьәләрҙең береһе. Рәсәйҙәге иң яҡшы 7 федераль һәм 29 милли-тикшеренеү университеты араһында Башҡортостандан ВУЗ-дар бөтөнләй юҡ ти президент. Йәштәр уҡыу йорттарына Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса ҡабул ителә. Мәктәптәрҙән һуң иң яҡшы уҡыусылар Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Екатеринбургтың эре уҡыу йорттарына инә һәм шул ҡалаларҙа эш таба. Ә республика ширҡәт һәм ойошмалары талантлы белгестәрҙән мәхрүм ҡала.
XS
SM
MD
LG