Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда һыу сифаты тикшерелде


Республикала таҙа эсәр һыу мәсьәләһе лә күптән күтәрелә килә. Ағиҙел, Октябрск, Нефтекама, Туймазы ҡалаларында һыу сифаты нормаға тура килмәй тип билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда 115 эсәр һыу ятҡылығы бар. Әле уларҙың 56-һы ғына ҡулланыла. Республикала һыу сығанаҡтары тигеҙ урынлашмау арҡаһында ҡайһы бер район халҡы һыуға ҡытлыҡ кисерә. Эсәр һыуҙың сифаты, халыҡты һыу тәьмин итеү, уны дөрөҫ файҙаланыу мәсьәләре бөгөн парламент тыңлауҙарында ла ҡаралды.
XS
SM
MD
LG