Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда «Сармат» атлы футбол клубы буласаҡ


Башҡортостан күршеләрҙән ҡалышыуҙы бер саҡта ла хуп күрмәй. Күрше Татарстанға «Рубин» футбол клубы өсөн бер нисә йыл көнләшеп ҡарағандан һуң, Өфөлә лә яңы футбол клубы барлыҡҡа киләсәк. Уға исемде интернетта тауыш биреүҙәр аша билдәләнеләр. Шулай итеп, яңы, әлегә үҙе төҙөлмәгән команданың атамаһы «Сармат» буласаҡ. Ошо көндәрҙә клубтың логотибы, атрибутикаһы, футболсыларҙың кейем өлгөләре ҡарала башлаясаҡ. Тик әлегә спортсылар ҙа, тренерҙар ҙа билдәле түгел.
XS
SM
MD
LG