Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан менән Татарстан дуҫлыҡтарын яңыртты


Өфөлә ике республика араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ҡабул ителде. Документ Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов һәм уның Татарстан коллегаһы Рөстәм Миниханов имзалары менән нығытылды.

Быға тиклемге ошондай килешеү 1997 йылдың авгусында төҙөлгәйне. Хеҙмәттәшлеккә килгәндә, быйыл үҙ-ара тауар әйләнеше 15 миллиард һумдан ашыуыраҡ булған. Һуңғы йылдарҙа төбәктәр араһында тауар әйләнеше 20 процентҡа кәмегән. Был иҡтисади көрсөк менән аңлатыла. Алдағы йылдарҙа тауар әйләнешен 2 тапҡырға арттырыу күҙаллана.

Ике аралағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә имза ҡуйыр алдынан ике Рөстәм Хәмитов менән Минниханов Өфөләге Биатлон комплексы эшмәкәрлеге менән танышты. Президенттар унда мәргәнлектә лә үҙҙәрен һанап ҡараны – ике президент бергәләп 5 сәптең 3-һенә тейҙерә алдылар.

Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуңғы матбуғат осрашыуында ла улар биатлонда атҡан кеүек һорауҙарға бергәләп яуап бирҙе. Сәпкә кем күпме тейҙерә алғандыр. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһының милли республикаларҙа Президент атамаһын бөтөрөү тураһында ҡабул иткән ҡанундың улар бөгөндән үтәй башларға тырышмауҙары менән бер үк сәпкә тейә.
XS
SM
MD
LG