Accessibility links

Кайнар хәбәр

Йондоҙҙар наркомандарға ярҙам итә


Башҡалала наркомания һәм алкоголизм менән сирләүселәргә ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үтте. Тамашанан алынған килем социаль сирҙәрҙе дауалауға йүнәлтеләсәк. Хәйриә акцияһын ойоштороу ниәтен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы Татьяна Мамедова тәҡдим итә. Хеҙмәттәштәре лә уны дәррәү күтәреп ала. Наркомания уларҙың үҙҙәренә шәхсән ҡағылмаһа ла, йәмғиәткә, бигерәк тә балаларға ҙур хәүеф менән янаусы заман афәтенә битараф ҡалыу мөмкин түгел, ти йырсылар.

Опера һәм джаз яратыусылар был концерты ҙур кинәнес менән тыңланы. Ни бары йөҙ һумға ғына Салауат Асҡаров, Татьяны Мамедова, Елена Абдраҙаҡова һәм башҡа киң танылған йырсыларҙың сығышын ҡарау мөмкинлеге тейҙе. Тамашасы, айырыуса, донъяға билдәле мәҙәниәт министры Асҡар Абдраҙаҡов сығышын оҡшатты. Мәҙәниәт министры вазифаһын биләүенә ҡарамаҫтан йырсы үҙ тамашасыһын онотмай.
XS
SM
MD
LG