Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанҙа һайлауҙарға әҙерлек бара


13-сө март – берҙәм һайлау көндәрендә Республикала депутаттар һайлау буйынса 791 кампания үтәсәк. Төрлө кимәлдәге вәкәләтле органдарға тауыш биреү 7 мең 378 округта ойошторола. Бынан тыш бер мандатлы Отрада һәм Иглин һайлау округтарынан дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайланасаҡ.

Бөгөн Республиканың үҙәк һайлау комиссияһында эфирға сығасаҡ ваҡыт һәм газета биттәрендә һайлауҙарҙа ҡатнашыусы партиялар һәм кандидаттар тураһында мәғлүмәт баҫтырыу ваҡыттары һәм күләмен билдәләү буйынса йәрәбә үтте.

Йәрәбә тартыу тәртибе мөмкин тиклем асыҡ итеп ойошторолған. Бында радио эфирҙары, телевизион тапшырыуҙар ҙа керә. Һәр партия һәм кандидат өсөн ваҡыт бер үк. Башҡортостан "Юлдаш" телевидениеһы, "Юлдаш" радиоһы, республиканың өс баҫмаһы һәм урындағы матбуғатта кандидаттар өсөн агитация алып барыу өсөн бушлай ваҡыт һәм урын бирелә.

Республиканың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Нәүфәл Янбухтин әйтеүенсә, алда торған һайлауҙарға әҙерлек планға ярашлы бара.
XS
SM
MD
LG