Accessibility links

Кайнар хәбәр

"Тыл батырҙары" электрон версияла сыға


Быйыл XX быуат тарихындағы иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе – II бөтә донъя һуғышы башланыуға 70 йыл тула. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан Китап нәшриәте Фронт ҡаһармандары иҫтәлегенә "Хәтер" , шулай уҡ еңеү өсөн ал-ял белмәй эшләгәндәр хөрмәтенә "Тыл батырҙары" серияларын баҫҡайны. Хәҙер нәшриәт "Тыл батырҙары" йыйынтығының электрон версияһын сығарҙы.

Унда II бөтә донъя һуғышы йылдарында тыл эшсәндәре тураһында мәғлүмәттәр бирелә. Китап директоры Зөфәр Тимербулатов әйтеүенсә, электрон версия район-ҡалаларҙа йәшәүсе халыҡ һорауы буйынса булдырылған.
XS
SM
MD
LG