Йәшерен тауыш биреү юлы менән был вазифаға Өфө дәүләт нефть-техник университетының уҡытыу эштәре буйынса проректоры, профессор Рәмил Бәхтизин һайланды. Уның кандидатураһын республика башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте. Вице-президенттар итеп Мансур Әйүпов менән Рәйхана Ҡунаҡова тәғәйенләнде.