Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда яҙғы саҡырылыш дауам итә


Ил буйынса яҙғы саҡырылыш дауам итә. 2 июндә Өфө станцияһынан Алыҫ Көнсығышҡа эшелон юл аласаҡ. Башҡортостандан 500 егет Чита өлкәһенә хеҙмәткә оҙатыла.

Ошо уңайҙан Республика саҡырылыш пунктында тантаналы митинг үтәсәк. Унда хәрби комиссариат, төрлө ҡораллы конфликттар ветерандары, дин әһелдәре, буласаҡ һалдаттарҙың ата-әсәләре ҡатнаша.

Башҡортостандан яҙғы саҡырылышта 8 мең 100 егет хеҙмәткә алына.
Әммә барыһының да тыуған илде һаҡлап бер йыл ваҡыттарын сарыф иткеләре килмәй. Ярҙамға аҡса килә.

Өфөлә уртасыл бер кешене 160 мең һум ришәүәт менән тотҡандар. Ул әрменән бер егетте алып ҡалыу өсөн аралашсы булған. Был аҡсаны хирургҡа бирергә тейеш булған.
XS
SM
MD
LG