Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан менән Татарстан нефтехимия өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк


Татарстандың Баулы ҡалаһында Башҡортостан менән Татарстан парламенттарының тәүге берлектәге ултырышы үтте. Унда ике республиканың нефть химияһы комплекстарының үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан менән Татарстан – Рәсәйҙең нефть һәм химия үҙәге булып тора. Нижневартовск-Нижнекамск нефть үткәргесен тергеҙеү ике республика өсөн дә отошло. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, ултырышта был һорау менән премьер-министр Владимир Путинға берҙәм мөрәжәғәт әҙерләү тураһында килешелде.
XS
SM
MD
LG