Accessibility links

Кайнар хәбәр

Сибайҙа "Мин башҡортса һөйләшәм" сараһы үтә


Уны Тыуған тел клубы һәм Күк бүре ойошмаһы әҙерләгән. Уның маҡсаты - башҡорт телен, ғөмүмән, тыуған телдәрҙе пропагандалау, йәш быуында үҙ тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү.

Сибайҙағы акция был аҙнала тамамланасаҡ. Уны әҙерләүселәрҙең береһе, Күк бүре хәрәкәтенең Сибай бүлексәһе рәйесе Айнур Ишкилдин әйтеүенсә, бындай сара республикала беренсе тапҡыр ойошторолдо, әммә уларға тыуған телде яҡлау эшен тыныс алып барырға төрлө кәртәләр ҡамасаулай икән.

Мәҫәлән, 23 июндә улар ошо акцияны тамамлап ҙур концерт уҙғарырға булғандар. Әммә Сибай хакимиәте уларға майҙанда сығыш яһауҙы тыйған.
XS
SM
MD
LG