Accessibility links

Иҫәнбикә Туған Учалы районына сәфәр ҡылды


Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы Иҫәнбикә ханым ошо көндәрҙә Учалы районында булып, атаһы йөрөгән юлдарҙан үтте. Ул райондың Туңғатар ауылына ла булды. Заманында волость үҙәге булған туңғатарҙа Зәки вәлиди йыш булған. Уның 1918 йылдың майында тап ошонда Хаким хәҙрәттең йортонда туҡталыуы ла билдәле.

Әйткәндәй, был йорт әле лә үҙ урынында ултыра, унда бер ғаилә йәшәй. Иҫәнбикә Туған атаһы эҙҙәре буйлап йөрөгәнендә башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡурай моңон тыңлай, Милли аш-һыуҙарҙы ла ауыҙ итә. Тағы ла килеп китермен был яҡтарға, тигән Иҫәнбикә ханым.
XS
SM
MD
LG