Accessibility links

Башҡортостан хеҙмәт хаҡын түләмәүселәр менән көрәшергә йыйына


Башҡортостанда хеҙмәт хаҡын түләүгә бәйле мәсьәлә сетерекле ҡала. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бурыс 145 миллион һумға еткән. 54 ойошма ваҡытында иҫәпләшмәгән, йәғни уларҙа эшләгән 7 мең 650 кеше эшләп тапҡанын ваҡытында ала алмай. Мәсьәләне республика хөкүмәте ҡаты контролгә алды, миинистрлыҡ-ведомстволар саралар комплексы әҙерләргә тейеш.

XS
SM
MD
LG