Accessibility links

Кайнар хәбәр

Быйыл Башҡортостанда 119 кеше һыу ҡорбаны булған


Көҙҙөң тәүге көнөндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, быйыл йәй республика биләмәләрендә 108 кешенең ғүмере өҙөлгән. Йыл башынан иһә 119 кеше һыу ҡорбаны булған.

Уларҙың 14-е - балалар. Фажиғәнең төп сәбәптәре - махсус йыһазландырылмаған ятҡылыҡтарҙа һыу инеү, эскән килеш ярҙан алыҫҡа йөҙөү. Балалар башлыса өлкәндәрҙең һыу буйындағы иғтибарһыҙлығы арҡаһында һыу ҡорбаны була. Йәйгелеген Башҡортостан биләмәләрендә 67 пляж эшләне.
XS
SM
MD
LG