Accessibility links

Башҡортостан ҡаҙнаһы был юлы ла дефицит менән


Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы үтте. Унда 40-лап ҡанун проекты сығарылһа ла, береһен генә иғтибарға лайыҡ тип билдәләргә кәрәк: ул да булһа, республиканың 2012 йылға ҡаҙнаһы. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан ҡаҙнаһы йылдаһғыса был юлы ла дефицит менән ҡабул ителә. Сығымдар табыштан 15 миллиард һумға күберәк буласаҡ.

15 миллиард һумлыҡ етешмәүгә ҡарамаҫтан, ҡаҙна социаль йүнәлешен һаҡлап ҡаласаҡ. Финанстар министры Рузалиә Хисмәтуллина, ҡаҙна сығымдарының 76 проценты социаль тармаҡҡҡа тотоноласаҡ, тине. Ҡаҙна тураһында ҡанун проекты бөгөн тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде.
XS
SM
MD
LG