Accessibility links

Туймазыла мирауай судьяға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды



Туймазыла эскән килеш руль артына ултырыусыға урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре административ протокол төҙөй. Закон буйынса уның водитель таныҡлығы тартып алынырға тейеш була.

Тәртип боҙоусы суд вәкилдәре менән һөйләшеп ҡарамаҡсы итә. Тейешле сумма аталғас, полицияға хәбәр итә. Тикшереү барышында судьяның тәртип боҙоусынан мәсьәләне хәл итеү өсөн 20 мең һум аҡса талап итеүе асыҡлана.

Фемида хеҙмәтсеһе вәғәҙә ителгән аҡсаны тапшырғанда ҡулға алына. Судьяларҙың ҡағылһыҙлыҡ статусы булғанлыҡтан тикшереү оҙаҡҡа һуҙыла. Әле ғәйепләнеүсенең ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәрҙә ҡатнашыу ихтималлылығы булыу-булмауы хаҡында дәлилдәр йыйыла. Тиҙҙән хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Закон буйынса уға 12 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
XS
SM
MD
LG