Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә зөбәржәт ташыусылар ҡулға алынды



Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ҡиммәтле таштар контрабандаһы менән шөғөлләнеүсе енәйәт төркөмөнөң эшмәкәрлеген туҡтатты. Ҙур партиялағы ҡиммәтле таштар Рәсәйгә "Тель-Авив-Өфө" авиарейсы аша индерелгән.

Тикшереү барышында енәйәтселәр эшмәкәрлегенә Башҡортостан вәкилдәренең дә булышлыҡ итеүе асыҡланған. Таможня аша үҙ әйберҙәрен теркәтмәйенсә алып үтеүсе пассажирҙарҙың берәүһенең сумкаһында йәшел төҫтәге 125 берәмек ҡиммәтле таш табылған.
XS
SM
MD
LG