Accessibility links

Әсәләр форумы башланды



Рөстәм Хәмитов V Бөтә Рәсәй әсәләр форумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Осрашыуҙа йыйында күтәреләсәк темалар хаҡында фекер алышынды. Республика президенты әйтеүенсә, бындай күләмле сараны ойоштороуҙы Башҡортостанға ышанып тапшырыуҙары ҙур әһәмиәткә эйә.

"Беҙҙә әсәлек һәм балалыҡ, демография мәсьәләре буйынса уртаҡлашаһы тәжрибәләр бихисап", тине Рөстәм Хәмитов. Ләкин аҡса менән генә был көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итерлек түгел, тигән фекерҙә ҡатын-ҡыҙҙар.

Әсәлек капиталы, башҡа түләүҙәр - дәүләт ярҙамы ғына. Ә бына демографик хәлде яҡшыртыу өсөн төптән уйланылған сәйәсәт алып барылырға тейеш. Әсәләр бөгөн был проблеманы хәл итеүҙең үҙ ысулын тәҡдим итмәксе. Форумда әсәлек һәм балалыҡты яҡлау, демографик хәлде көйләү буйынса программа презентацияланасаҡ.
XS
SM
MD
LG