Accessibility links

Кайнар хәбәр

Рим Янғужиндың тыуыуына 70 йыл тулды



Бөгөн билдәле тарихсы, профессор Рим Янғужиндың тыуыуына 70 һәм Башҡортостан тарихы һәм этнология кафедраһы ойошторолоуға 20 йыл тулды. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт университетында Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы.

Сарала республиканың Мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин, күренекле ғалимдар, шәхестең яҡындары ҡатнашты.

Конференцияла Рим Зәйниғәбитдин улының тормошо, эшмәкәрлеге, башҡорттар тарихын өйрәнеүҙә тотҡан урыны хаҡында һүҙ барҙы.

Рим Янғужин - тәжрибәле ғалим-этнограф, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре булып таныла. Ул башҡорт халҡы тарихына арналған күп һанлы хеҙмәт авторы, Башҡорт дәүләт университетында этнография музейын ойоштороуға ла күп көс һала. Профессорҙың дуҫтары, хеҙмәттәштәре лә уны лайыҡлы шәхес булараҡ хәтерләй.
XS
SM
MD
LG