Accessibility links

Өфөлә иң яҡшы уҡытыусылар ассоциацияһы ойошторола


Унда ҡала, төбәк, Бөтә Рәсәй бәйгеләрендә еңеүсе мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ил һәм донъя кимәлендә еңеү яулаған уҡыусыларҙың етәкселәре һәм фәнни эш менән шөғөлләнгән мөғәллимдәр инәсәк.

Ассоциацияның маҡсаты – уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу, инновациялы тәжрибәне координациялау, аралашыуҙы киңәйтеү, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү. Әйткәндәй, ошондай ойошмалар башҡа төбәктәрҙә күптән эшләп килә. Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусылар ассоциацияһының беренсе ултырышы кесаҙна көн үтте.
XS
SM
MD
LG