Accessibility links

Кайнар хәбәр

Иҙрисовтар ғаиләһе Рәсәй сит ил эштәре министрлығы ярҙамына өмөтләнә


Ауырғазы районынан күп балалы Иҙрисовтар ғаиләһенә Рәсәй сит ил эштәре министрлығы ярҙам итергә тейеш. Ил президентының бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Павел Астахов Сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа, Рәсәйҙең Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендәге вәкиллегенә, Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитовҡа ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән.

Юристҡа түләйем тип Иҙрисовтар ғаиләһе мөлкәтен һата башлаған. Мәғлүм булыуынса Гүзәл Иҙрисова ялған аҡса менән иҫәпләшергә теләүҙә ғәйепләнеп, сит илдә ҡулға алынды. Полиция участкаһында ғәрәпсә белмәгән ҡатын, үҙе аңламаһа ла, тиҙерәк сығыу өсөн ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡулын ҡуйған, хәҙер уға бер-нисә йыл ғәрәп төрмәһе янай.

Гүзәл Иҙрисова ғүмерендә тәүге тапҡыр сит илгә ялға барған булған. Уны Ауырғазы районында тормош иптәше һәм 5 балаһы көтә.
XS
SM
MD
LG