Accessibility links

Башҡортостандан ике депутат Думала етәксе вазифа алды


Дәүләт Думаһында Башҡортостандан ике депутат етәксе вазифа алды. Павел Крашенинников уҙған саҡырылыштағы кеүек үк граждандар, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡанундар буйынса комитет, ә Александр Дегтярев мәғариф буйынса комитет башында буласаҡ.

Башҡортостандан Думала 16 депутат эшләй. Уларҙың береһе - Иршат Фәхретдинов Башҡортостан ватандаштарын күберәк мәрәжәғәт итергә, боҫоп ятмаҫҡа саҡырҙы.

Ә Бөгөн Башҡортостан депутаттары көҙгө сессияны тамамланы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай 2011 йылдағы һуңғы ултырышын уҙғарҙы.
XS
SM
MD
LG