Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан татарҙары Ҡазанға юлланды


Башҡортостандан ҙур төркөм Ҡазанға юлланды.


Дөрөҫөрәге бер түгел, ә ике төркөм юл алды Татарстандың баш ҡалаһына. Бында Бөтә донъя татар конгресының 4-се йыйыны үтә. Ошонда ҡатнашыу өсөн делегаттар һайлау үҙе бер мажараға тиң үтте. Башта рәсми хакимиәттәр Нур театрында йыйын уҙғарып 60 делегат һайланы. Араларында билдәле яҙҙыусы Нәжиб Асанбаев та бар.

Рәсми конференцияла ҡатнашҡан Бөтә донъя татарҙары йыйыны башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закиров унда ҡарласаҡ төп мәсьәлә- татар телен һаҡлау, балаларҙы милли рухта тәрбиәләү тип билдәләне.
XS
SM
MD
LG